Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив кәңәшмәһендә өлкәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү бүлеге начальнигы Елена Ғәлимуллина белдерҙе. Барлығы 5377 кеше тикшеренеү үткән. 1368 пациент өҫтәмә тикшеренеүгә ебәрелгән, 315-е стационарға урынлаштырылған.
Юғары технологик ярҙамды 261 кеше алған, ә 135 пациент алдында диагнозды асыҡлау бурысы тора. Бригадалар составында тар белгестәрҙең, атап әйткәндә, нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гастроэнтерологтарҙың булыуы халыҡтың тикшеренеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырған. Бындай күсмә бригадаларҙың тағы ла килеүенә улар өмөт өҙмәй.