Ил башлығы коронавирус хәүефен иҫкәртеү маҡсатында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында антисептиктар һәм битлектәр етештереүҙе арттырырға кәрәклеген билдәләне.
Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына ҡуйылған был йөкләмә предприятиеларҙа антисептиктар, битлектәр, ИВЛ аппараттарын, кәрәкле дарыуҙарҙы етештереүҙе арттырыуҙы күҙ уңында тота.
“Эш барышы тураһында аҙна һайын отчет биреүегеҙҙе көтәм, халыҡ битлектәргә һәм дезинфекция сараларына ҡытлыҡ кисерергә тейеш түгел”, — тине В. Путин.