+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Апрель 2020, 10:30

20 апрелдән республикала йәмәғәт транспортында битлек һәм бирсәткә кейеп кенә йөрөргә мөмкин

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына йәмәғәт транспортында, шул иҫәптән таксиҙа санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүгә йүнәлтелгән саралар әҙерләргә ҡушты.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына йәмәғәт транспортында, шул иҫәптән таксиҙа санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүгә йүнәлтелгән саралар әҙерләргә ҡушты.
Йәмәғәт транспорты тураһында һөйләгәндә, республика башлығы Башавтотранс автобустары тураһында ғына түгел, ә барлыҡ ташыусылар хаҡында һүҙ барыуын билдәләне.
«Беҙҙең талап: йәмәғәт транспортында битлек һәм бирсәткә кейеп кенә йөрөргә ярай. Бирсәткәләрҙең төрлө булыуы мөмкин, бары инфекция ғына йоҡмаһын. Ошо ике ҡағиҙә үтәлергә тейеш. Автобустарҙы туҡтатып, тикшереү ойошторола. Был норма 20 апрелдән ғәмәлгә индерелә», — тип белдерҙе Башҡортостан башлығы.
Читайте нас: