+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Апрель 2020, 11:40

Бөгөн — Донор көнө

Бөгөн, 20 апрелдә, Рәсәйҙә Донор көнө билдәләнә.#национальныепроекты#регпроекты#

Илдә үҙҡурсалау режимы индерелгәндән алып, ҡан тапшырырға теләүселәр һаны һиҙелерлек кәмегән. Шулай ҙа кемгәлер ярҙам ҡул һуҙырға, үҙ ҡаны менән бүлешергә ниәт иткән мәрхәмәтле кешеләр бар.
Әйткәндәй, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ҡан плазмаһы ашығыс кәрәк булған осраҡтарҙы хәл итеүҙе лә үҙ өҫтөнә ала. Баш ҡалалағы Ҡан үҙәгенә милли проект сиктәрендә алынған ҡан йыйыу һәм тикшереү мобиль комплексы төбәктәргә лә сығып эшләй. Унда ҡанды тапшырған мәлдә үк анализын ҡарау, сирҙәрен асыҡлау, ҡан төркөмөн билдәләү мөмкинлеге бар. Был трейлер көнөнә 50 кешене ҡабул итергә мөмкинлек булдыра.
Бөгөнгө көндөң көнүҙәк һорауы, әлбиттә, коронавриу ҡан аша йоға аламы?
Мәскәү табиптары әйтеүенсә, донор ҡанын алғас та, ул компоненттарға бүленә, уның бер өлөшө — плазмаһы — карантинға ебәрелә, йәғни унда булған инфекциялар тулыһынса тикшерелә. Әгәр плазмала ниндәйҙер сир, инфекция табылһа, был донорҙы ҡабаттан ҡан тапшырырға саҡыралар. Шуның өсөн донроҙарға коронавирусҡа тест тапшырыу талап ителмәй, лаборатория барыбер уны күрәсәк. Шул уҡ мәлдә, белгестәр билдәләүенсә, COVID-19 вирусының ҡан аша йоғоу ихтималлығы әҙ. Ул һауа юлы менән һәм әйберҙәр аша күсә.
Ҡанды иртәнсәк, ашамаҫ борон, тапшырыу яҡшыраҡ, шулай ҙа бөтөнләй ас килергә ярамай — сәй эсеп алыу рөхсәт ителә.
Донорлыҡ пункттарында дезинфекция үткәрелгән, ҡан тапшырыусалр битлектәрҙә һәм тейешле дистанцияны күҙәтә.
«Российская газета» материалдары файҙаланылды.
Читайте нас: