+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Апрель 2020, 20:30

Республикаға яңы ЭКМО аппараты ҡайтарылды

Ул Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына урынлаштырылды.

Бындай аппарат Башҡортостанда хәҙер икәү. Тәүгеһе баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге ҡала дауаханаһында ине.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ЭКМО – ул яһалма ҡан әйләнеше системаһы. Уны үпкә һәм йөрәк менән проблемалар килеп тыуғанда, башҡа төр дауалау саралары ярҙам итмәй башлағас ҡулланалар. Махсус насос йөрәк функциияһын үҙ өҫтөнә ала һәм ҡанды ҡыуа, ә мембраналы оксигенетор – үпкәлә газ әйләнешен тәьмин итә йәғни үпкә ролен үтәй. Беренсе осорҙа ауырыуға хатта ашарға кәрәкмәй, кәрәкле витаминдар, файҙалы матдәләр пациентҡа ҡан аша тура индерелә.
Бынан тыш республика дауаханаларына ИВЛ аппараттары ҡайтарыу дауам итә. Төбәктә бөтәһе 1983 аппарат эшләйәсәк. Пандемия үтеп киткәс, был аппараттар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты күрһәткестәрен яҡшыртыу ө маҡсатында ҡулланыласаҡ.
Читайте нас: