+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Апрель 2020, 11:40

Ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр асыла

Илебеҙҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда өҫтөнлөклө милли проекттарҙың барыһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әйткәндәй, “Фән” милли проекты асыш яһау йәһәтенән ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр бирә. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, белем сифатын арттырыу, һаулыҡ һаҡлауға иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ ғаиләләрҙе ярҙамдан өҙмәү һәм фәҡирлеккә юл ҡуймау – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе.
“Фән” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса Башҡорт дәүләт медицина университеты бер нисә йүнәлештә уй-ниәтен бойомға ашыра. Мәҫәлән, белем усағында Милли технологик инициативаның ике компетенция үҙәге төҙөлөүе күҙ уңында тотола. Ул “үтә күренмәле” технология йәһәтенән инновацион эшләнмәләрҙе булдырыуға юл асасаҡ
Читайте нас: