Коронавирусҡа бәйле яңылыҡтарҙы еткереү буйынса көн һайын уҙғарылған онлайн брифингтар төбәк буйынса һуңғы хәлдәрҙе яҡтырта. Бөгөн һуңғы тәүлектә тағы 61 кешелә асыҡланыуын белдерҙеләр. Бөтәһе республикала коронавирус менән сирлеләр һаны 631 кешегә еткән. 80 пациент һауыҡҡан, 349 сирле стационарҙа дауалана. 14 ауырыу вафат булған. Быға тиклем был йәһәттән имен һаналған Әбйәлил районында бер кешелә коронавирус табылған.