Республикала һуңғы тәүлектә тағы 60 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Бөтәһе ауырыуҙар һаны 691 кешегә етте. Бөгөн һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошондай яңылыҡтарҙы хәбәр итте. 357 сирле стационарҙа, 211 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. 106 вирус йоҡторған кеше тулыһынса һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектәрҙә инфекциянан үлгәндәр юҡ.