Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уҙғарған онлайн брифингта коронавирусҡа ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр еткерелде. Министр урынбаҫары Ирина Кононова белдереүенсә, һуңғы тәүлектә республикала 75 вирус йоҡтороусы асыҡланған. Әлегә был тиклем күп ауырыусылар юҡ ине, был тестарҙың күберәк эшләнеүенә бәйле. Бөтәһе 766 сирле теркәлгән, уларҙың 354-е стационарҙа дауалана. Ҡалғандар инфекцияның еңелсә төрө менән зарарланғандар - амбулатор шарттарҙа. Республикала 167 пациент был сирҙе еңгән. Аналитика буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар күберәк һауыҡҡан - 98 кеше. Ирҙәр - 68. Вирусҡа тарыусыларҙың уртаса йәше - 50 йәш тирәһе. Тимәк, ошо йәштәгеләр хәүеф төркөмөнә инә. Вафат булыусылар араһында ирҙәр күберәк: 10 кеше, 4 - ҡатын-ҡыҙ.