+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Май 2020, 03:10

Башҡортостан, Рәсәйҙә иң беренсе булып,  Яҡутиянан вахтовиктарҙы ҡайтара башланы

3 майҙа Магнитогорск аэропортына Яҡутияның Чаяндинск ерлегендә эшләүсе 200 яҡташыбыҙ менән тәүге борт осош яһаны.

Башҡортостан Республикаһы COVID-19 таралыу сығанаҡтары булған урындарҙа эшләүселәрен тиҙ арала ҡайтарыуҙы ойошторған берҙән-бер төбәк. Тыуған төбәккә ҡайтып төшкән бөтә вахтовиктар ҙа Әбйәлил районындағы шифаханаға обсервацияға йүнәлтелде. Ике аҙналыҡ карантиндан һәм медицина тикшеренеүҙәренән һуң улар ғаиләләренә ҡайтарыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 апрелдә Яҡутияның Ленск районында карантиндағы вахтовиктар насар йәшәү шарттарына ҡаршы митингыға сыҡты. Улар социаль селтәрҙәр аша республика Башлығына ла мөрәжәғәт итте, коронавирусҡа алынған анализдарының һөҙөмтәһен ала алмауҙары, сирлеләр һәм һау кешеләр араһында бер ниндәй ҙә сикләүҙәр күҙәтелмәүе, (бөтәһенең дә дөйөм ятаҡта йәшәүе), шәхси һаҡланыу саралары булмауы тураһында хәбәр итте.
30 апрелдә Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбиров хөкүмәт кәңәшмәһендә вахтовиктарҙы тиҙ арала ҡайтарасаҡтарына ышандырҙы.
“Беҙ уларҙы һис шикһеҙ ҡабул итәсәкбеҙ. Улар беҙҙең ағай-эне, республика кешеләре. Улар араһында COVID-19 инфекцияһы менән зарарланыусылар ҙа бар. Һаулыҡ һаҡлау системаһына көсөргәнеш ҙур буласаҡ”, - тине Радий Хәбиров.
“Аварейстан төшөүселәр араһында тән температураһы күтәрелеүселәр юҡ. Оҙайлы осоштан арығандар, ләкин кәйефтәре яҡшы. Барыһы ла, ниһайәт, тыуған ергә ҡайтыуҙарына шат”, - ти бортты ҡаршы алыусы республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.
“Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса беҙ Саха-Яҡут Республикаһында вахта ысулы менән эшләүсе яҡташтарыбыҙҙы ҡайтарыуҙы ойошторҙоҡ. Раҫланған график буйынса өс көн эсендә 1000 кешене ҡабул итәсәкбеҙ. Аҙна дауамында бөтә 1800 вахтовикты ла ҡайтарыуға өлгәшербеҙ, тип уйлайбыҙ. Барыһы ла обсерваторҙарға урынлаштырыла. Тикшерелеп, ике аҙна даими медицина күҙәтеүе аҫтында булып, өйҙәренә ҡайтасаҡтар”, - ти БР Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, вахтовиктарҙы ҡабул итеүгә яуаплы Ринат Бәширов.
“БР Башлығы Р. Ф. Хәбиров бойороғо буйынса райнда Яҡутиянан ҡайтарылған 400 вахтовикты ҡабул итәбеҙ. Улар араһында Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан, Сибай ҡалаһынан ир-егеттәр бар. Барыһы ла коронавирусҡа тест үткән һәм һөҙөмтәләре кире. Аҙна дауамында Роспотребнадзор регламенттарына ярашлы итеп базаны әҙерләнек. Егеттәр бөтә уңайлыҡтар булған номерҙарға урынлаштырылды. Обсерваторҙа эшләүселәрҙең дә хәүефһеҙлеге тәьмин ителде. Шәхси һаҡланыу саралары һәм медикаменттар тейешле күләмдә һатып алынды.
Вахтовиктарҙың яҡындарына мөрәжәғәт итәм: барығыҙҙың да хәлен яҡшы аңлайым, бик күрешкегеҙ киләлер. Ләкин үҙегеҙҙе, сәләмәтлегегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Саҡ ҡына сабыр итегеҙ. Һеҙҙең улдарығыҙ, тормош иптәштәрегеҙ, ағайҙарығыҙ һәм атайҙарығыҙ хаҡында беҙ хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ситкә этәрмәйбеҙ”, - тине Әбйәлил районы башлығы И. Т. Нафиҡов.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: