-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Май 2020, 19:00

Сирлеләр мең ярымдан ашты

Республикала коронавирус буйынса хәл яҡшыға үҙгәрмәй. Инфекция йоҡтороусылар артҡандан-арта...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һуңғы тәүлектә COVID-19 вирусы 76 кешелә асыҡланыуын хәбәр итте. Башҡортостанда бөтәһе 1567 сирле теркәлгән. Вафат булғандар - 15 кеше. Һауығыусыларҙың һаны – 436 кеше. Коронавирусҡа 112 026 пациент тикшерелгән.
Республика стационарҙарында 481 сирле дауалана (259 сирленең хәле ҡәнәғәтләнерлек, 201 кеше – уртаса ауырлыҡта, 27 кеше ауыр хәлдә тип табылған), амбулатор шарттарҙа – 635 кеше.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Рәсәйҙә 221 344 кеше коронавирус менән сирләй, һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 11 656 осрағы теркәлгән. 39 801 кеше һауыҡҡан, 2 009 кеше вафат булған.
Читайте нас: