Төбәк Башлығы дауалау корпустарын һәм медперсонал өсөн 46 кешелек ятаҡхананы ҡараны, яңы дауахана 25 майға тәүге пациенттарын ҡабул итергә әҙер булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
«Был объект бик кәрәкле. Республиканың медицина тармағы зыян күрмәһен өсөн беҙ бында коронавирус менән ауырыусыларға махсус ярҙам ойошторорға ниәтләйбеҙ, тәү сиратта ошо маҡсатта төҙөйбөҙ ҙә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең өсөн был объект ҡыҙыҡлы тәжрибә. Киләсәктә уны ФАП-тар, ауыл табип амбулаториялары төҙөүҙә ҡулланасаҡбыҙ».
Инфекция үҙәге тиҙ күтәрелеүсе модуль конструкцияларынан йыйылған, дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метрҙы тәшкил иткән, бер ҡатлы комплекстан тора. Унда 100 бокс палатаһы һәм 18 реанимация булдырыласаҡ. Шулай уҡ диагностикалау, дезинфекциялау бүлексәләре, лаборатория, дарыухана һәм үҙәк стерилизациялау бүлеге урынлашасаҡ. Төҙөлөш менән бер рәттән биләмәне йәшелләндереү , ағастар ултыртыу һәм тротуарҙар һалыу дауам итә.
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан