Исеменән үк күренеп тороуынса, был һөнәр эйәләренең эше иң тәү сиратта шәфҡәтлелеккә ҡоролған. Күңелендә мәрхәмәтлеккә, миһырбанлыҡҡа, изгелеккә урын булмаһа, был өлкәлә эшләүе ауыр икәнлеге көн кеүек асыҡ.
Таштимер участка дауаханаһының шәфҡәт туташы Ф. Ғ. Нәжметдинова һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, йомшаҡ һүҙле булыуы менән халыҡ араһында абруй ҡаҙанған. Уның медицина өлкәһен үҙ итеп, ошо тармаҡта эшләүенә лә өс тиҫтә йылға яҡын ғүмер үткән.Исхаҡ ауылында ғүмер кисергән Хәфизә һәм Ғимаҙи Абдрахмановтарҙың ете балалы ғаиләһендә алтынсыһы булып донъяға килгән Фәтиха бала сағында йыш сирләй.
— Ауырығас, уҡыуым күп ҡала ине. Шуға ла бәләкәйҙән, мотлаҡ аҡ халат кейеп, кешеләрҙе дауалаясаҡмын тип хыялланып үҫтем, — тип һөйләй үҙе хаҡында Ф. Нәжметдинова.
Хыялы ысынға аша уның: Буранғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Диплом алған йәш белгескә тыуған районына эшкә юллама бирәләр.
— Ҡайтыу менән Яңы Һамар ауылына тәғәйенләнеләр. Ошоға тиклем медпункт бөтөнләй булмаған ауылда хеҙмәт юлымды башланым. Бина булмау сәбәпле, ваҡытлыса берәүҙең «уттығын» ҡулайлаштырып, шунда эшләнем, — тип хәтерләй тәүге эш йылдарын медик.
Яҙмыш Мәжит Нәжметдинов менән осраштырып, йәштәр ғаилә ҡорғас, Тупаҡ ауылына килен булып төшә. Унан инде Фәтиха Ғимаҙи ҡыҙы Таштимер дауаханаһына эшкә күсә. Ул саҡтарҙа дауаханала стационар булған йылдарҙа поста медсестра була.
2006 йылдан участка терапевы янында шәфҡәт туташы вазифаһында. Үҙ эшен яратып, намыҫлы башҡарған Фәтиха Нәжметдинова уҙған йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы медицина хеҙмәткәре тип табылды һәм район хакимиәтенең дипломына һәм ҡиммәтле бүләгенә лайыҡ булды.
Намыҫлы хеҙмәткәр хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә булыуы менән дә билдәле. Ире Мәжит менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Лиана әсәһе юлынан китеп, бөгөн Өфө медицина университетының бишенсе курсында белем ала. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжын тик «бишле» билдәләренә тамамлаған Шәфҡәт әрмегә китә һәм контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡала. Алты йыл инде яҡташыбыҙ ил һағында.