+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Май 2020, 10:45

Халыҡ һаулығын ҡайғыртып

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сараларының үтәлеш барышы хаҡында бәйән иттеләр.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Милли проектты финанслауҙың дөйөм күләме быйыл 5,6 миллиард һум тәшкил итә, шуның 4 миллард һумдан ашыуы федераль бюджеттан. Был хаҡта министр урынбаҫары Динара Йәнекәйева министрлыҡта үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Проект саралары иҫәбендә санитар авиацияны үҫтереү стратегияһы ла ҡаралғаан. Был маҡсатта федераль бюджеттан 38,5 миллион һум бүленгән.
Быйыл “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” проекты сиктәрендә Өфөнөң 21-се дауаханаһы һәм Сибай, Нефтекамск һәм Октябрьский үҙәк дауаханаларын медицина ҡорамалдары менә яңыртып йыһазландырыу күҙаллана.
“Онкологик сирҙәрҙә ҡаршы көрәш” проекты сиктәрендә был тармаҡ 2 миллиард һумға финансланасаҡ.
Быйыл онкодиспансерға төкөтмә төҙөү тамамалансаҡ. Алты медицина ойошмаһына был тәңгәлдә яңы ҡорамалдар ҡайтарыласаҡ.
“Балаларҙың һаулығын һаҡлау” тәбәк проекты сиктәрендә балалар поликлиникаларын медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу өсөн контракттар төҙөү процедураһы тамамланған.
“Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” проекты буйынса 2300 принтер һәм 2000 күп функциялы ҡорамал алынған.
Шулай уҡ медицина учреждениеларында хәүефһеҙлек серверҙары ҡуйыла.
Читайте нас: