Райондың һаулыҡ һаҡлау тармағында бөгөнгө көндә 214 шәфҡәт туташы эшләй, уларҙың һөнәрҙәренә тоғро булыуҙары, эштәрен яратып башҡарыуҙары һоҡландыра.
Аҡ халатлы һөнәр эйәләренең эше еңелдән түгел. Табип пациенттарҙың сәләмәтлеген тикшереп, тейешле дауалау курсы тәғәйенләһә, шәфҡәт туташы процедураларҙың ваҡытында һәм теүәл үтәлеүе өсөн яуаплы. Замана һынауҙары эште ҡатмарлаштырһа ла, райондың медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡтың һаулығы һағында көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Улар үҙ эшен яуаплы башҡарып, күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Асҡар үҙәк дауаханаһында йомшаҡ ҡуллы, мөләйем, үҙ эштәрен ихлас башҡарған шәфҡәт туташтары бихисап. Улар төп эштәренән тыш райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашалар. Республика кимәлендә уҙғарылған бәйге-конкурстарҙан да ситтә ҡалмайҙар.
40 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә Розалия Йәрмөхәмәтова, терапия һәм реанимация бүлектәренең баш шәфҡәт туташтары Фирҙәүес Моталлапова һәм Рәйсә Мирасбаева «Атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исемен йөрөтәләр. Асҡар поликлиникаһының баш шәфҡәт туташы Динара Ғәлиуллина, Айгөл Мөхтәрова (хирургия бүлеге), Фирҙәүес Шаһивәлиева (инфекция) — өлгөлө эштәре менән коллективта, халыҡ араһында хаҡлы абруй яулаған хеҙмәткәрҙәр.
— Коронавирус пандемияһы осоронда сирлеләрҙе ваҡытында асыҡлау мөһим, шул уҡ ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәренә вирусты йоҡтормау өсөн бөтә талаптарҙы үтәү бурысы ҡуйылды. Махсус кейемдәрҙә эшләргә тура килә, 5-6 сәғәт буйы уларҙы сисергә ярамай. Районға урынлаштырылған 400 вахтасынан шәфҡәт туташтары тейешле анализдар алып, инфекция булыу-булмауын тикшерҙе. Айгөл Сабитова, Зилә Батталова, Әлфиә Әбделғазина, Ғәзиз Баймөхәмәтов, Луиза Байсалова, Зилиә Ғәлиуллина, Зиниә Вәлиева, Әлиә Абдрахманова, Резеда Йосопова, Әлиә Яныбаева, Әнисә Оморҙаҡова, Әлфирә Әбүшахманова мәкерле сир осоронда төп эште башҡаралар. Мәрхәмәтле, егәрле шәфҡәт туташтарының хеҙмәтенә һоҡланырлыҡ. Һөнәри байрамдары уңайынан һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер аҡ халатлы хеҙмәткәрҙәребеҙгә ғаилә бәхете, сәләмәтлек, сабырлыҡ теләйем һәм рәхмәт белдерәм, — ти Асҡар үҙәк дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Наталья Гәрәева.