+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Май 2020, 13:27

Республика етәксеһе башҡа сирҙәрҙән яфаланған пациенттарҙың ялыуҙары өсөн дә чат булдырырға ҡушты

Башҡортостанда медицина учреждениелары тулы күләмдә эшләргә һәм коронавирус менән ауырыусыларға ғына түгел, ә бөтә пациенттарға ярҙам күрһәтергә тейеш.

Башҡортостанда медицина учреждениелары тулы күләмдә эшләргә һәм коронавирус менән ауырыусыларға ғына түгел, ә бөтә пациенттарға ярҙам күрһәтергә тейеш. Был турала 14 майҙа коронавирус буйынса оператив штаб ултырышында республика башлығы Радий Хәбиров әйтте.
Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковскаянан башҡа сирҙәр буйынса табип ярҙамы ала алмаған кешеләр өсөн махсус чат булдырыуҙы һораны.
«Коронавирусҡа күп көс һалыу арҡаһында кешеләрҙең яфаланыуына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Быны иғтибар менән күҙәтеп барырмын», — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы башлығы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: