Рәсәйҙең Оборона министрлығы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коронавируслы пациенттарҙы дауалау өсөн 16 үҙәк төҙөүгә өлгәште. Хәрби госпиталдәр базаһында булдырылған был корпустар бер юлы 1600 пациентты дауаларға мөмкинлек бирә.
Был үҙәктәрҙең географияһы бик ҙур — улар Калининградтан Камчаткаға тиклем урынлашҡан. «Ҡыҫҡа арауыҡта төҙөлһәләр ҙә, бик сифатлы булыуҙары менән айырылып тора. Бында көслө медиктар командаһы ла тупланған, дарыуҙар запасы булдырылған һәм заманса йыһаздар ҡуйылған. Яңы медицина үҙәктәре эпидемия менән көрәшеүҙә ҙурыраҡ мөмкинлектәр асыр, тип ышанам», — тине Президент.
Медүҙәктәрҙе төҙөү өс сменала, тәүлек әйләнәһенә барған, һәр объектҡа кәмендә 40 тәүлек ваҡыт киткән. Ә уларҙың дөйөм майҙаны 115 квадрат метр тәшкил итә. Шуныһы мөһим: был хәрби ялан дауаханаһы йәки палатка лагеры түгел, ә капиталь төҙөлөш, унда бөтә инфраструктура күҙәтелгән, һауаны таҙартыу системаһына тиклем бар.
Оборона министрлығы фотоһы