+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Май 2020, 10:30

Яҡтыкүлдәге обсерватор бушаны

Вахтасылар өйҙәренә ҡайтты.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Саха (Яҡут) төбәгендәге коронавирус инфекцияһы буйынса сир усағына әйләнгән Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасыларҙың тәүге төркөмдәре урынлаштырылған тәүге обсерватор үҙ эшен тамамланы. Мәғлүм булыуынса ул беҙҙең районда ойошторолғайны.
Обсерваторҙа 400 вахтасы йәшәне. Уларҙың һигеҙендә коронавирусҡа шик булды. Улар һәм был кешеләр менән бәйләнештә булғандар дауаханаларға оҙатылды. Ҡалғандар ике аҙна карантинда булды, COVID-19 инфекцияһы асыҡланмағандар кисә өйҙәренә ҡайтарылды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Обсерваторҙа булған саҡта ҡыуаныслы ваҡиға ла булып уҙған.. Вахтасыларҙың береһе - Артур Ибраһимовтың улы тыуған. Ҡайтып китер алдынан уны район етәкселеге һәм ял йорто исеменән “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры – обсерватор етәксеһе Фаил Байназаров ҡотлап, бүләк тапшырған.
"Республика Башлығы һәм етәкселек ятҡылыҡтағы хәл буйынса тиҙ арала ҡарар ҡабул итеп, беҙҙе ваҡытлы һәм хәүефһеҙ алып ҡайтыуға өлгәште. Барыһы ла шылтыратып, һеҙ, Башҡортостан кешеләре, бәхетлеһегеҙ, тип әйтә, – тине вахтасы Владимир Берестов. – Беҙҙе бик яҡшы ҡабул иттеләр, уңайлы итеп урынлаштырҙылар. Барыһы ла ҡәнәғәт. Шунда уҡ кәйеф күтәрелде, психологик яҡтан еңеллек кисерҙек. Персоналдың мөнәсәбәте бик һәйбәт булды. Ваҡиғалар яҡшырғас, күптәр бында ял итергә килергә ҡарар итте".
Шулай итеп, Яҡутиянан ҡайтарылыусы вахтасыларҙың тәүге обсерваторы эшен тамамланы. Яйлап башҡаларынан да яҡташтарыбыҙ һау-сәләмәт өйҙәренә таралыр тип көтәбеҙ.
Читайте нас: