+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Май 2020, 13:14

Ваҡытты ла, мәшәҡәтте лә кәметәсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республиканың 120 медицина ойошмаһы 1901 дана күп функциялы ҡорамал алды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, республиканың 120 медицина ойошмаһы 1901 дана күп функциялы ҡорамал алды. Бөтә ҡорамалдар медицина хеҙмәткәрҙәренең автоматлаштырылған эш урындарына тоташтырыла. Был республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһында эшләү сифатын яҡшыртасаҡ.
Күп функциялы ҡорамалдарҙы файҙаланыу дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа эшләгән медицина персоналының эш процесын тиҙләтәсәк, ваҡытты ҡыҫҡартасаҡ, отчеттарҙы баҫыу тиҙлеген, төрлө белешмәләр һәм медицина картаһынан күсермәләр әҙерләүҙе йәһәтләйәсәк. Төбәк проекты медицина ойошмаларының үҙ-ара бәйләнеш механизмдарын барлыҡҡа килтереүгә йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә граждандарҙың электрон хеҙмәттәрҙән һәм сервистарҙан файҙаланыуы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: