+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Май 2020, 11:40

Халыҡ һаулығын ҡайғыртып

"Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә булдырылған “Башҡортостанда медицина ярҙамын үҫтереү” программаһына ярашлы күп кенә республика дауаханалары яңы апппараттар менән тулыланды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Беҙҙең күршеләребеҙ – Сибай, Баймаҡ һәм Учалы райондарына ла бик кәрәкле ҡорамалдар ҡайтарылды.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы ультратауыш ярҙамында тикшереү үткәреү өсөн өр-яңы ике аппарат һәм ун инфузия насосы менән тулыланған.
Ошо көндәрҙә Учалы район дауаханаһына сираттағы УЗИ аппараты ҡайтарылған. Был быйыл төбәктә алынған дүртенсе ошондай ҡорамал булып тора. Унан тыш, үпкәне яһалма елләтеү аппараты өсөн тупланма, эндоскопия аппаратын плазма ярҙамында эшкәртеү өсөн ҡорамал да һатып алынған. Һуңғыһы өсөн айырым кабинет билдәләнгән. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үтә әһәмиәтле булған маммограф та бар хәҙер Учалыла.
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына ла һөт биҙҙәрендәге үҙгәрештәрҙе, шулай уҡ яман шеште башланғыс стадияһында уҡ асыҡларға ярҙам итеүсе һанлы маммограф алынған.
Был ҡорамалдар медицина ярҙамын тағы ла сифатлыраҡ итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды
Читайте нас: