+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Июнь 2020, 11:50

Өфөлә диагностик үҙәк асылды

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Өфө эргәһендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән клиника-диагностик үҙәген асты. Ул бөгөндән коронавирус сирлеләрҙе ҡабул итергә әҙер.

Әлеге ваҡытта республиканың 43 дауаханаһында дауаланған бындай пациенттар ҙа тиҙ арала яңы инфекция үҙәгенә күсереләсәк. Ҡурай сәскәһе кеүек һынландырылып төҙөлгән бер этажлы корпустарҙа инфекциялы сиреләрҙе дауалау өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Улар тура бокстарға урынлаштырыла, башҡа пациенттар менән бәйләнеш сикләнгән. Һауығыусылар икенсе, таҙа коридорҙан өйҙәренә оҙатыла. Инфекция үҙәгендә бөтәһе 100 бокс, шул иҫәптән 18 реанимация палатаһы бар. Ошонда уҡ лаборатория, дарыухана, дезинфекция, томография бүлектәре, УЗИ, рентген кабинеттары эшләй. Персонал өсөн уңайлы ятаҡхана булдырылған. Үпкәне вентиляциялаусы 72 аппарат ҡуйылған. Үҙәктә 52 медицина хеҙмәткәре эшләй, шуларҙың унауһы — юғары белемле табиптар. Күп функциялы диагностика үҙәге рекордлы ҡыҫҡа арауыҡта — 55 көн эсендә төҙөлөп, сафҡа индерелде.
Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус хәүефе тамамланғас, был биналар ябай инфекция дауаханаһы кеүек эшләүен дауам итәсәк, тип белдерҙе.
Читайте нас: