-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Июнь 2020, 01:15

Республика онкодиспансеры милли проект сиктәрендә бер юлы 13 хирургик мониторға эйә булды

Өфөләге Республика клиник онкодиспансерына “аҡыллы” аппаратуралар – “Тритон-ЭлектроникС” йәмғиәте етештергән 13 хирургик монитор килде.

Өфөләге Республика клиник онкодиспансерына “аҡыллы” аппаратуралар – “Тритон-ЭлектроникС” йәмғиәте етештергән 13 хирургик монитор килде.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының пресс-хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Республика онкодиспансеры был аппаратураларҙы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәш” подпроектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алған. Клиника белгестәре яңы хирургик мониторҙар пациенттың хәл-торошоноң иң мөһим йәшәү күрһәткестәрен - йөрәк тибешен, ҡан баҫымын, тын алыу системаһын даими күҙәтеп тороусы “аҡыллы” аппаратура булыуын билдәләне.
Читайте нас: