Бында табиптар смена менән ике аҙна һайын алышынып эшләйәсәк. Бер этажлы госпиталь 100 бокс палаталарҙан тора. Яңы асылған госпиталь бер ваҡытта 470-кә тиклем кешене ҡабул итә ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән ял көндәрендә уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй һаулыҡ министры Михаил Мурашко ҡатнашты.