+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Июнь 2020, 10:00

Мөғжизәле карауаттар

Ауырыуҙарға ҙур уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ был мөғжизәле карауаттар: дөрөҫ һәм уңайлы ятырға, һөйәк-мускул аппаратын оҙайлы ваҡытта эш торошонда тоторға, өҙлөгөүҙәрҙән һаҡланырға ярҙам итәсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауырыуҙарға ҙур уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ был мөғжизәле карауаттар: дөрөҫ һәм уңайлы ятырға, һөйәк-мускул аппаратын оҙайлы ваҡытта эш торошонда тоторға, өҙлөгөүҙәрҙән һаҡланырға ярҙам итәсәк.
Был уңайлы карауаттар йөрөй алмаған ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Улар дауалау өсөн тейешле аппаратураны ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә карауаттың бейеклеген үҙгәртеп була, пациентты башҡа урынға, мәҫәлән, коляскаға күсереүе еңелләшә. Ситендә хәүефһеҙлекте арттырыусы “ҡабырғалары“ ла бар. Медицина хеҙмәткәрҙәренә лә бындай уңайлы карауаттарҙа ятҡан ауырыуҙарҙы дауалауы еңелләшәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: