-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Июнь 2020, 11:30

Яман шешкә ҡаршы көрәш туҡтатылырға тейеш түгел

Коронавирус эпидемияһы башланғас, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы диспансеризация һәм планлы медицина тикшереүҙәрен туҡтатып торҙо. Әммә онкосирлеләргә ярҙам күрһәтеү бер минутҡа ла туҡтатылманы, сөнки яман шеш эпидемия бөткәнен көтөп тормай, үҙенең мәкерле эшмәкәрлеген дауам итә. #национальныепроекты#регпроекты

Хәүефһеҙлек саралары индерелгәс тә, табиптар яман шеш менән сирлеләрҙе амбулаторияға килтереү, дауаханаға һалыу, химиотерапия үткәреү, дарыуҙар менән тәьмин итеү шарттарын билдәләне. Был осорҙа онкологияға дусар булыусылар араһында коронавирус йоҡтороусылар булыуы ла хәлде көсөргәнешле итте. Ҡайһы бер өлкәләрҙә онкологик хеҙмәттәр сирлеләрҙең өйҙәренә йөрөнө, икенсе урындарҙа такси менән ташыуҙы ғәмәлгә индерҙеләр. Ғөмүмән, онкологияға ҡаршы көрәшеүселәр карантинға китмәне һәм үҙ урынында ҡалды.
Медицина ярҙамы сифатын арттырыуға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ла булышлыҡ итте. Онкодиспансерҙарҙға яңы ҡорамалдар алынды, метастаздар булған пациенттарға ашығыс ярҙам күрһәтеүҙең яңы алымдары ҡулланыла башланы.
Яман шеш менән сирлеләр өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бушлай “ҡыҙыу линия”һы ла эшләй — 8-800-444-31-02.
Читайте нас: