+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Июнь 2020, 17:50

Төп призды райондашыбыҙ отто

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арнап уҙғарылған «Башҡортостандың милли баҫмаларына яҙыл» тигән акцияның еңеүселәре билдәле булды. Һәм был акцияның төп призын беҙҙең райондашыбыҙ — Ишкилде ауылы фельдшеры Нурия Усманова отоуы икеләтә ҡыуаныслы.

Һөҙөмтәләр шишәмбе көндө «Юлдаш» радиоһы аша тура эфирҙа иғлан ителде. Студияға саҡырылған ҡунаҡтар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов ҡоролтай ойошторолоуҙың 25 йыллығы уңайынан онлайн-форматта барған саралар һәм ошо акция тураһында ентекле һөйләп үтте. Әйткәндәй, милли баҫмаларға почтаға бармайынса, www.rbsmi.ru сайтына инеп, онлайн рәүештә генә яҙылырға мөмкин.
23 майҙан 9 июнгә тиклем барған акцияла Башҡортостандан 700 кеше ҡатнашты һәм лотереяла ҡатнашыусыларҙың исемен осраҡлы һандар генераторы билдәләне. Шулай итеп, 30 мең һум күләмендәге төп призды яҡташыбыҙ Нурия Усманова отто!
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре булған Нурия Сәлмән ҡыҙы оҙаҡ йылдар Ишкилде ауылы халҡы һаулығы һағында эшләй. Үҙ эшен яратып башҡарған ҡатын республиканың иң яҡшы фельшеры тип табылып, артабан ил кимәлендә үткәрелгән һөнәри конкурста Рәсәйҙең иң яҡшы ун фельдшеры исемлегенә лә индерелде. Йәмәғәт ойошмаларының әүҙем ағзаһы ла ул. Ғаиләһе менән гәзит-журнал уҡырға яратыусы Усмановтар йыл да башҡорт баҫмаларын күпләп яҙҙыра, бынан тыш ул социаль селтәрҙәрҙәге милли төркөмдәрҙе лә ҡарап, республика, район яңылыҡтары менән даими танышып бара. Шуға күрә, был акцияға ла ихлас ҡушылған. «Быйыл «Башҡортостан», «Йәшлек», «Осҡон», «Киске Өфө» гәзиттәренә яҙылдым. Шунан радионан ҡоролтайҙың 25 йыллығы уңайынан акция ойошторолоуы хаҡында ишетеп, унда мәғлүмәт ебәрҙем һәм был турала оноттом, — тип йылмая ул. — Әйткәйндәй, акцияның шарттарына ярашлы, был башҡорт баҫмаларының интернет селтәрендәге бөтә төркөмдәренә лә яҙылып ҡуйғайным. Һәм бына ошо аҙнала шылтыратып, минең еңеүсе булыуымды һөйөнсөләнеләр. Көтөлмәгән бүләк булды был приз. Тормош иптәшем Мансур Марс улы менән кәңәшләшеп, бүләкте бушҡа әрәм итмәй, культиватор һатып алырға булдыҡ. Шулай уҡ туғандарыма аят уҡытып, хәйер өләшергә лә ниәтләйем». Ниндәй маҡсатта тотонһа ла, лайыҡлы кешегә эләккән ҡоролтай бүләге! Милли баҫмаларға онотмай яҙыла, гәзит-журналдарҙы уҡып, күңел йыуанысы таба бит Нурия Сәлмән ҡыҙы.
Читайте нас: