Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 79 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 4273-кә етте. Һауыҡҡандар – 1741 (һуңғы тәүлектә 101 кеше өҫтәлгән). Республика стационарҙарында 1023 сирле дауалана, уларҙың 30-ы ауыр хәлдә, шул иҫәптән 13 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 1491 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.