+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Июнь 2020, 11:40

Дауахана яңы медицина ҡоролмаһы алды

Баш ҡалабыҙҙың 5-се ҡала клиник дауаханаһына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә медицина ҡоролмалары алынды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баш ҡалабыҙҙың 5-се ҡала клиник дауаханаһына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә медицина ҡоролмалары алынды.
Дүрт үпкәне яһалма елләтеү аппараты 1, 5 миллиондан ашыуға төшһә, пациенттар өсөн ете монитор – 2,4 миллиондан ашыу, дүрт эндоскопик аспиратор-ирригаторҙар 700 меңдән күберәк тора.
Әйткәндәй, яһалма елләтеү аппараты ауыр сирлеләр өсөн генә ҡулланыла. Гипоксияны күбеһенсә өлкән йәштәгеләр, яман шеш, шәкәр диабеты, йөрәк кеүек хроник ауырыуҙары булыусылар ауыр кисерә. Тап улар яһалма елләтеү аппараты ҡулланыуға иң мохтажы. Алынған мониторҙар операция ваҡытында, реанимация бүлексәһендә һәм интенсив терапияла файҙаланыла. Ә аспиратор-ирригаторҙар лапароскопик операциялар яһағанда киң ҡулланыла.
Читайте нас: