+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июнь 2020, 10:00

Икенсе ғүмер бүләк итеүсе

14 июнь — Бөтә донъя ҡан доноры көнө. Асҡарҙа йәшәүсе Баян Мифтахова Почетлы донор исемен хаҡлы рәүештә йөрөтә. Күңел ҡушыуы буйынса ла, Гиппократ антын тапшырып һайлаған һөнәри бурысы буйынса ла ул бик күп кешеләргә хәләл ҡанын бүлеп биргән, икенсе ғүмер бүләк иткән...

14 июнь — Бөтә донъя ҡан доноры көнө. Асҡарҙа йәшәүсе Баян Мифтахова Почетлы донор исемен хаҡлы рәүештә йөрөтә. Күңел ҡушыуы буйынса ла, Гиппократ антын тапшырып һайлаған һөнәри бурысы буйынса ла ул бик күп кешеләргә хәләл ҡанын бүлеп биргән, икенсе ғүмер бүләк иткән...
Баян Мотаһар ҡыҙы Асҡар урта мәктәбендә һигеҙ класс тамамлағас, бала саҡ хыялын юллап, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Бәләкәйҙән табип булырға теләгәнгәме, гелән «врач апай» булып уйнай. Буласаҡ һөнәренең тере эйәләрен, уларҙың көндәлек хеҙмәтен ысын тормошта ла күреп үҫә. Дауахана эргәһендә йәшәйҙәр, етмәһә, әсәһе шунда санитар булып эшләй. Ә күрше генә торған аҡ халатлы фәрештә, үҙ эшенең оҫтаһы К. А. Данилова уның өсөн маяҡ була.
1974 йылда училищены тамамлағас, медицина институтына һынау тотоп ҡарай. Уҡырға инә алмағас, киләһе йыл яңынан имтихан биреп, барыбер табипҡа уҡыясаҡмын, тигән уй менән үҙәк район дауаханаһының балалар кабинетына патронаж шәфҡәт туташы булып урынлаша.
— Ул мәлдә амбулатория иҫке бинала ине. Коридорҙағы почет таҡтаһына эленгән донорҙарҙың фотоһүрәттәренә хөрмәт менән ҡарай торғайным. Үҙемдең ошо дауахана диуарҙарында бик күп пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуға өлөш индереп, 50 тапҡырҙан ашыу ҡан тапшырасағым уйымда ла юҡ ине әле, — тип һөйләй һаулыҡ һаҡлау ветераны.
Балалар табибы булыу Баян апай өсөн яҡты хыял булып ҡала. Яҙмыш үҙенекен итә: тормошҡа сыға, ике улға әсәй була. Хеҙмәт юлын балалар кабинетына (аҙаҡ консультацияһына) бәйләп, бәләкәстәр сәләмәтлеге һағында 30 йыл эшләй, 43 йыл ғүмерен район медицинаһына арнай. Рентген, диспансеризация кабинеттарында эшләй, пенсия алдынан «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә өлкән шәфҡәт туташы, диспетчер булып хеҙмәт итә.
Донор булып китеүенең үҙ тарихы. Һаулыҡ һағында хеҙмәт итеүселәр араһында донор булмағандар һирәктер. Аварияларҙа, операция өҫтәлендә йәки бәпесләгәндә күп ҡан юғалтҡан пациенттарҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә булғанда ҡан тапшырыусы эҙләп йөрөй торған саҡмы ни?! Коллективта кемдә ниндәй резус факторлы, нисәнсе төркөм ҡан булыуы билдәле. Һәр секунд иҫәпле осраҡтарҙа ашығыс рәүештә үҙҙәре ҡан бирә. Һирәк осраған IV(+) төркөм ҡанға эйә Б. Мифтаховаға иһә йыш донор булырға тура килә. Әйткәндәй, шулай уҡ Почетлы донор исемен йөрөткән коллегаһы Мирза Харрасовтың тамырҙарында ла һирәк осраған төркөм ҡан аға.
— Эштәһеңме, өйҙәһеңме, көнмө-төнмө — ҡан талап ителә икән, ашығыс барыр кәрәк. Төн уртаһында уятып «скорый» машинаһы менән дә алып китәләр ине. Минең өлөшөм ярҙамында «ҡабаттан тыуғандарҙан» күп рәхмәттәр ишеттем, аҙаҡ бүләкләп тә китеүселәр булды, үлемдән ҡалған әсәләр бәпестәре менән бергәләп ҡосаҡлап ала торғайнылар, — тип һөйләй ете-ят кешеләргә икенсе ғүмер бүләк итеүсе.
Ҡан тапшырыу миһырбанлы һәм ауыр процедура. Шаҡтай һау организм да ҡан юғалтыуҙан ҙур стресс кисерә. Киренән тергеҙелеүгә, ҡанды яңыртыуға байтаҡ ваҡыт кәрәк. Юҡҡа ғына донорҙарға туҡланыу өсөн талондар, төрлө ташламалар ҡаралмай. 40 тапҡырҙан ашыу ҡан тапшырыусыларға Почетлы донор исеме бирелә. Ә улар бик һирәк. Ауырыуҙарҙы үлем тырнағынан йолоп ҡалыу маҡсатында литрлап ҡанын ҡорбан иткән Баян Мотаһар ҡыҙының эскерһеҙ изгелеге үҙенең һаулығын ҡаҡшатмай ҡалмаған. Шулай ҙа ул йәшлек саялығы, сауаплы аҙымдары өсөн һис тә үкенмәй.
— Йәшәйем бит әле. Минең арҡала икенселәр ғүмер юлын дауам итә. Уларҙың рәхмәтен тойоу еңеллек бирә. Бер ҡасан да аҡса өсөн ҡан тапшырманым. Донорҙар ихтыярына ҡуйылған теләгән ваҡытта отпуск алыу мөмкинлеген дә файҙаланманым. Почетлы донор булараҡ, әле пенсияма өҫтәмә итеп, йылына бер тапҡыр 13 мең һум күләмендә аҡса алам, — ти ул.
Баян Мотаһар ҡыҙы хеҙмәт йылдары иҫтәлеге булған фотоларын, намыҫлы эше өсөн бирелгән маҡтау ҡағыҙҙарын ҡәҙерләп һаҡлай. Улар араһында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты, район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы бар. «Шәфҡәт туташы — алтын ҡулдар» район конкурсы еңеүсеһе булыуын дәлилләгән таҫмаһы ла һаҡлана. Аҙаҡ ул оҙаҡ йылдар традицияға әйләнгән ошо бәйгенең жюри ағзаһы була. Фотоларҙа иһә уның үҙәк район дауаханаһының ижтимағи тормошонда ла ҡайнап йәшәүе сағыла. Улар Баян апайҙың саңғы, еңел атлетика кростарында, шашка турнирҙарында даими ҡатнашыуы, дауахана командаһы составында республика күләмендәге спартакиадаларҙа көсөн һынауы хаҡында һөйләй.
Тынғы белмәҫ зат хаҡлы ялда ла тик ултырмай. Яңғыҙ йәшәүенә ҡарамаҫтан, өйөн, хужалығын гөл итеп тота. Уңған хужабикәнең баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелгән, йәшелсәләре, емеш-еләге йыл да мул уңышы менән һөйөндәрә. Тормош сәскәләре булған ике улының да үҙ донъяларын ҡороп, эшләп йөрөүҙәренә, ғаиләләре менән татыулыҡта йәшәүҙәренә ҡыуана. Радмир — Асҡарҙа, Руслан Өфөлә төпләнгән. Биш ейән-ейәнсәре үҫеп килә...
Читайте нас: