+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Июнь 2020, 11:55

Пандемияға ҡаршы алымдар башҡа тармаҡтарҙа ла ярҙам итә

Коронавирус пандемияһы донъяны баҫып алғас, һәр илдең табиптары уға ҡаршы тиҙ һәм аныҡ көрәш ысулдары тураһында баш ватты. #национальныепроекты#регпроекты

Коронавирус пандемияһы донъяны баҫып алғас, һәр илдең табиптары уға ҡаршы тиҙ һәм аныҡ көрәш ысулдары тураһында баш ватты. Ҡыҫҡа арауыҡта инфекция дауаханалары ҡалҡты, яңы ҡорамалдар алында, вакцина өҫтөндә эш башланды.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә COVID-19 вирусын асыҡлау өсөн булдырылған лаборатор анализ йәки үпкәне яңыса рентгенға төшөрөү башҡа сирҙәрҙе, шул иҫәптән онкологияны, асыҡларға мөмкинлек бирҙе. Яман шеште иртә стадияла күреү, табиптарға уны тиҙерәк дауалай башлау өсөн юлдар аса.
Читайте нас: