+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Июнь 2020, 12:47

Әсәһенең юлын дауам итә

Була бит ул бала саҡ хыялын ысын иткәндәр! Ҡужан ФАП-ы фельдшеры Резеда Ишкилдина иҫ белгәненән киләсәген аҡ халатлы хеҙмәттә күрә.

Була бит ул бала саҡ хыялын ысын иткәндәр! Ҡужан ФАП-ы фельдшеры Резеда Ишкилдина иҫ белгәненән киләсәген аҡ халатлы хеҙмәттә күрә. Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылы халҡы һаулығы һағында оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре Зәйтүнә Әхмәтова үҙе артынан эшкә эйәреп йөрөгән ҡыҙының: «Үҫкәс һинең кеүек фельдшер булам!» — тиеүен ысынға алмай, бала саҡ ҡыҙығыуы итеп ҡабул итә. Урта мәктәпте тамамлап, Сибайға медицина училищеһына барырға булғас та, әсәһе Резедаға, бәлки, уҡытыусы һөнәрен һайларһың, тип өгөтләп ҡарай. Фельдшер эшенең тынғыһыҙлығы тураһында әйтмәһә лә, барыһын да күреп-белеп үҫкән ҡыҙ ниәтенән кире ҡайтмай.
2000 йылда диплом алғас, уның алдында ҡайҙа эш башларға тигән һорау тормай. Әсәһе ҡаты ауырып китеү сәбәпле, фельдшерһыҙ ҡалған ауылдаштары сәләмәтлеге һағына баҫа. Ғәзиз кешеһе аяҡҡа баҫҡас, Резеда Баймаҡ үҙәк дауаханаһының балалар консультацияһына урынлаша. Унан 3-сө урта мәктәпкә фельдшер булып килә. Ул арала, ситтән тороп, юғары уҡыу йортона уҡырға инә, педагог-психологҡа уҡый, мәктәптә яңы һөнәре буйынса ла эшләп өлгөрә.
Яҙмыш Резеда Ишбулды ҡыҙын Әбйәлил ауылы егете Данис Ишкилдин менән осраштыра. 2004 йылда йәштәр туй яһай. 2007 йылда ире ғаиләһен тыуған төйәгенә алып ҡайта. Баймаҡ ҡыҙы һөнәре буйынса 93-сө һөнәрселек училищеһында эшен дауам итә. Әммә тиҙҙән ҡыҫҡартылыуға дусар була. Ҡужан ФАП-ына фельдшер булырға тәҡдим итәләр. Игеҙәк малайҙары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, ҡатын күрше ауылға йөрөп эшләргә ризалаша. Һәм бына тиҫтә йылдан ашыу ул Ҡужан, Салауат ауылдары халҡының сәләмәтлеге һағында уяу хеҙмәт итә. Көн дә иртәнсәк «маршрутка»ға сыға, ашығыс мәлдәрҙә, кискеһен, хатта төнөн ауырып китеп саҡыртһалар, тормош иптәшенең ярҙамына таяна. Данис Камил улы хәләл ефете башҡарған һөнәрҙең яуаплылығын, ваҡыт менән иҫәпләшергә ярамағанлығын аңлағанға ла Резедаға икенсе ауылға йөрөп эшләүе ауыр түгел.
— Эшкә гел күтәренке кәйефтә, ҙур теләк менән киләм. Болоҡһоп торғанымда ла эсемдәген тышҡа сығармайым, ҡаралырға килеүселәргә йылы һүҙемде йәлләмәйем. Һәр ҡайһыһының хәленә инергә тырышам, тыңлайым, кәңәштәр бирәм. Беләм: аһ-зарҙарын бушатып алһалар — ярты йүнәләләр, ә дауалау процедураларынан һуң йүгереп ҡайтып китәләр, — тип һөйләй тән һәм йән дауаһы биреүсе.
Фельдшерҙың ҡарамағында 652 кеше, 143 бала, уларҙың 64-е мәктәп йәшендәгеләр. Сырхап китеүселәргә уколдар, дарыуҙар тәғәйенләп, тейешле дауаһын күрһәтһә, балаларға үҙ ваҡытында прививкаларын эшләп, сәләмәтлек хәлен күҙәтеп тора. Бер йәшкә тиклемге 6 бәләкәсте ай һайын үлсәп, үҫеш барышын амбулатор карталарына теркәп бара. Йөклөлөк буйынса иҫәптә тороусылар ҙа уның даими күҙәтеүе аҫтында. Эш араһында оло йәштәгеләрҙең, йәш балаларҙың хәлен өйҙәренә барып белешергә лә өлгөрә.
— Күрше райондан килен булып төшөп, күрше ауылға йөрөп эшләһәм дә, үҙемде һис тә сит кеше итеп тоймайым. Яратып, үҙ күреп, ихтирам итеп «ҡыҙым», «килен», «апай» тип өндәшәләр. Әбйәлилдәрҙең оло йәштәге ир кешегә ҡарата «апа» тиеүҙәренә генә өйрәнә алманым. Баштан үҙебеҙсә «олатай» тинем дә ҡуйҙым. Ауырыуҙарыма шулай тип ололап әйтеүем күңелдәренә май булып яғыла, — тип йылмая ул.
Ҡужандарҙың ышанысын, хөрмәтен шул тиклем яулағанмы, Р. Ишкилдинаның кандидатураһын хатта ауыл Советына депутатлыҡҡа ла тәҡдим иткәндәр. Ләкин ул яуаплы вазифанан баш тартҡан. «Мандатты кеҫәлә йөрөтөү бер, депутат булып һайланғанһың икән, тулыһынса ауыл хәстәрҙәре менән янып йәшәр кәрәк. Мин был ауылда фәҡәт сәләмәтлек һағында торам. Эштән һуң донъя ҡорған еремә ашығам. Шуға күрә ҡужандарҙың өмөттәрен аҡлай алмаҫмын тип уйлап, баш тарттым», — ти ул.
Булмышы менән үҙе бик әүҙем, дәртле кеше. Әбйәлил ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советында ағза булып йөрөй. Хеҙмәтендәге уңыштары өсөн әленән-әле маҡталып, бүләкләнеп тора. 2016 йылда райондың Почет грамотаһы менән билдәләнгән. «Иң яҡшы йыл фельдшеры» конкурсында ҡатнашып, теген машинаһына лайыҡ булған.
Буш ваҡытында тегенергә, бешеренергә, ғаиләһен тәмле аштар менән һыйларға ярата. Тормош иптәше менән өс ул тәрбиәләйҙәр. Динир менән Данир Сибай интернат-гимназияһының 8-се класын, Таштимерҙә уҡыусы Камал 2-се класты тамамлаған. Йорт эштәрен бергәләп башҡаралар. Көслө заттар уратыуында Резеда һөйөклө ҡатын, бәхетле әсәй булып йәшәй.
Быйыл фельдшерҙың тағы бер хыялы тормошҡа аша. Ҡужан ауылында өр-яңы ФАП сафҡа инәсәк. Ошоға тиклем хоспистың бер бүлмәһе медпункт булып хеҙмәт иткән. Бөтә уңайлыҡтары булған, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған дауалау учреждениеһының асылыуын, унда ең һыҙғанып эшләр көндәрен түҙемһеҙлек менән көтә Резеда Ишбулды ҡыҙы.
Читайте нас: