+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Июнь 2020, 11:40

Шифаханалар үҙ эшен башлай

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров 29 июндән граждандарҙы сәләмәтләндереү маҡсатында шифаханаларҙы асырға ҡушты.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Әле был учреждениеларҙың күбеһе вахтасылар өсөн обсерватор булараҡ эшләй. Шуға күрә уларҙы ваҡытында, ә иң мөһиме - хәүефһеҙ рәүештә эшләтеп ебәреү өсөн барлыҡ сараларҙы күреү зарур.
Инфекция таралыу хәүефенә юл ҡуймау маҡсатында, ял итергә теләгәндәр COVID-19-ға тест һөҙөмтәләре нигеҙендә генә ҡабул ителәсәк. Һәр бүлмәгә бер кешене урынлаштырырға тәҡдим ителә, был ҡағиҙә ғаилә ағзаларына һәм оҙатып йөрөүселәргә ҡағылмай.
Шифаханаларҙа барлыҡ дезинфекция саралары үткәреләсәк. Әгәр сиргә шик тыуһа, ял итеүселәр инфекция стационарына урынлаштырыласаҡ, ә улар менән бәйләнештә булғандар карантинға ебәреләсәк.
Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәренә, социаль, оператив хеҙмәттәр вәкилдәренә, ирекмәндәргә төбәк шифаханаларында сәләмәтлек сертификаттары нигеҙендә ял итеүҙе ойоштороуға бәйле ҡарар әҙерләнә. Бер ай дауамында документтың проекты барлыҡ хеҙмәттәр тарафынан килешелергә тейеш.
Читайте нас: