Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Июнь 2020, 10:15

Учалы ҡатын-ҡыҙҙары ситкә йөрөмәйәсәк

Учалы район дауаханаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үтә әһәмиәтле булған маммограф та бар хәҙер. Заманса ҡорамал дауаханала ҡуйылған һәм эшләй ҙә башлаған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Учалы район дауаханаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үтә әһәмиәтле булған маммограф та бар хәҙер. Заманса ҡорамал дауаханала ҡуйылған һәм эшләй ҙә башлаған.
Былтыр апрелдә республика Башлығы Радий Хәбиров Учалы районында булғанда урындағы үҙәк дауахананың баш табибы Рөстәм Латипов учреждениеның матди-техник базаһы яңыртыу талап ителеүен белдергәйне. Шуға дауаханаға ҡорамалдарҙың бер өлөшө Башҡортостан етәксеһенең былтырғы күрһәтмәләренә ярашлы килтерелә, шул иҫәптән маммограф та. Рәсәйҙә етештерелгән “Маммо-РП” һанлы аппараты 13,3 миллион һум тора.
– Автоматлаштырылған рентгеномаммографик аппарат һөт биҙҙәрендәге тайпылыштарҙы иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Был – ваҡытлы һәм һөҙөмтәле дауалау билдәләүҙең төп шарты. Бығаса ошо процедураны үтеү өсөн Учалы районы ҡатын-ҡыҙҙары Өфөгә йә Белоретҡа бара ине. Маммограф тест үтте, ул терапия корпусының һанлы флюорография кабинетында урынлаштырылды, пациенттарҙы тикшереү башланды, – ти баш табип Рөстәм Латипов.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тармаҡты һанлаштырыу халыҡ өсөн медицина ярҙамын уңайлы һәм сифатлы итә. Унан тыш, “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә өс йыл эсендә йәмғеһе ике меңдән ашыу ауыл һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы сымлы һәм сымһыҙ технологияларға тоташтырыласаҡ.
Фото рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас в