+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Июнь 2020, 11:20

Диспансеризация дауам итәсәк

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡты диспансеризациялау эше тергеҙеләсәк, тип хәбәр итте#национальныепроекты #нацпроекты#региональныепроекты

Коронавирус пандемияһы арҡаһында туҡтатылып торған дөйөм диспансеризация төбәктәрҙә яңынан башланасаҡ. Халыҡтың һаулығын ентекле тикшереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул йыл һайын 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36 һәм 39 йәштәре тулған кешеләр өсөн уҙғарыла. 40 йәште уҙғандар үҙҙәре дауаханаға мөрәжәғәт итеп, йыл һайын медицина тикшереүе үтә ала. 2024 йылға хәтлем ил халҡының 70 процентына диспансеризация үткәреү күҙаллана.
Читайте нас: