1 июлдән республика һауыҡтырыу учреждениелары беренсе ял итеүселәрҙе ҡабул итә башлай.
Ошоға бәйле, оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ял лагерында һәм шифаханаларҙа коронавирус таралыуға юл ҡуйған чиновниктарҙы юридик яуаплылыҡ көтөүен белдерҙе.
Әйткәндәй, мәктәп яны лагерҙары 3 июлдән үҙ эштәрен башлай.