Гөлфиә Хәлилова үҙәк район дауаханаһында эшләүсе йәш табиптарҙың береһе. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, иң яуаплы бурыстарҙың береһен тарта. Төп һөнәре буйынса табип-инфекционист булыуҙан тыш, баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары ла. «Тажлы» вирус пандемияһына бәйле ҡатмарлы шарттарҙа Гөлфиә Фәнил ҡыҙы район дауаханаһында ойошторолған провизор госпиталендә лә ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә индергән өлөшө, юғары һөнәри оҫталығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн табип РФ Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Табип һөнәрен һайлауға Асҡар ҡыҙын райондың абруйлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған талантлы педиатр Зилә Алмас ҡыҙы Насирова ҡанатландырған. Сирләп китеп йәки прививка һалдырыр алдынан әсәһе етәгендә балалар табибына күренергә килгән бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың күңелендә шул саҡта уҡ киләсәк һөнәренә һөйөү яралған. 2003 йылда гимназияны тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә. Һуңғы курстарҙа тар профилле табип булырға ҡарар ҡылып, инфекция сирҙәрен дауалау йүнәлешен һайлай. Алты йыл уҡыуҙан һуң, ике йыл клиник ординатура үтеп, 2011 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының инфекция дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Етәкселек ең һыҙғанып, бирелеп эшләгән йәш белгестең һөнәри ҡеүәһен юғары баһалап, өлкәндәр бүлексәһенә мөдир итеп тәғәйенләй. Стәрлелә алты йыл эшләгәндән һуң, торлаҡ мәсьәләһен яйлау маҡсатында, «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашыу уйы менән Гөлфиә тыуған районына эшкә ҡайта. Быға тиклем ҡайнап торған тынғыһыҙ тормошона һиллек килә. Поликлиникала инфекционист булып эшләп йөрөүенә 10 ай тигәндә уға баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. Эш, көсөргәнеш тағы ла бермә-бер арта, юғары вазифа биләүе арҡаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бирелергә тейешле миллионынан да тороп ҡала.
Эште беренсе планға ҡуйған Г. Хәлилованың шәхси мәнфәғәтен ҡайғыртырға ваҡыты һис ҡалмай. Бәлки, шуғалыр ҙа ғаилә ҡороу мәсьәләһен ул һаман да хәл итмәгән. Иң ҡәҙерле кешеһе — әсәһе. Әле коронавирус инфекцияһы таралған осорҙа әсә табип ҡыҙының ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләүенән бигерәк сир йоҡтороп ҡуймаһын тип борсола.
— Пандемия арҡаһында медицина хеҙмәткәрҙәренә көсөргәнеш икеләтә артты. Үҙ ҡурсаланыу тәртибе йомшартылһа ла, сир сигенмәй әле. Шуға ла халыҡҡа иркен һуларға иртәрәк. Беҙҙе ауырыуға табан үҙҙәре ҡаршы барыусыларҙың аңһыҙлығы борсоуға һала. Һаҡланыу сараларын күҙәтмәүселәр, битлек кейеүҙе инҡар итеүселәр туп-тулы. Ә шул уҡ ваҡытта статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, сирләүселәр һаны кәмемәй. Табип булараҡ, район халҡына һаҡланығыҙ, ваҡытлыса ҡунаҡтарға, кеше күп йыйылған урындарға, аяттарға йөрөмәй тороғоҙ, мөмкин тиклем өйҙә ҡалырға тырышығыҙ, тип мөрәжәғәт итәм. Вирусты еңәсәкбеҙ, уның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн аңлы булыу, сабыр итеү зарур, — ти Гөлфиә Фәнил ҡыҙы.
Ауырыуҙарҙың ғүмере өсөн көрәшкән һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәренең дә сир йоҡтороу осраҡтары тураһында киң мәғлүмәт сараларынан хәбәрҙарбыҙ. Үҙәк дауаханала мөмкин булғанса хәүефһеҙлек саралары күҙәтелә. Коллективта именлек һаҡлана. Дауаханаға килеүселәр контактһыҙ термометр ярҙамында тән температураһын үлсәгәндән һуң ғына учреждение биләмәһенә үткәрелә. Сирләп килгәндәр айырым «ҡыҙыл зона»ла ҡабул ителә. Унда график буйынса участка терапевтары, педиатрҙар эшләй. Ковид-19 вирусына шик булғандар, ОРВИ, пневмония диагнозлы пациенттар дауахананың инфекция бүлексәһендә урынлашҡан провизор госпиталенә йүнәлтелә. «Вирусҡа ҡаршы препараттар, антибиотиктар, инфузия менән тәьмин ителгәнбеҙ. Ауыр хәлдәгеләрҙе Белореттағы махсус йыһазландырылған дауаханаға ебәрәбеҙ», — ти табип. Эс китеү, ҡоҫоп ауырыу осраҡтары буйынса дауаханаға эләккәндәр иһә гинекология һәм наркология бүлексәләре базаһында булдырылған инфекция паталарында дауалана, коронавирусҡа шикле ауырыуҙар тулыһынса изоляцияланған.
Табипҡа «Ә һеҙ үҙегеҙ нисек һаҡланаһығыҙ?» тигән һорауымды бирмәй ҡалманым.
— Битлек кейәм, витаминдар ҡабул итәм. Эштән ҡайтҡас профилактика маҡсатында танауыма «Гриппферон» тамыҙам. Инфекционист булараҡ төрлө йоғошло сирлеләр менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килә. Мин бер ҡасан да ауырыу йоға тип ҡурҡмайым, шикләнмәйем, сикәнмәйем — был да ярҙам итә, тип уйлайым, — тине үҙ-үҙен аямай сәләмәтлек һағында хеҙмәт итеүсе.