+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Июль 2020, 10:15

Был өҫтәлдәр ябай түгел...

Республика клиник онкология диспансерына үҙебеҙҙең илдә етештерелгән биш күп функциялы универсаль операция өҫтәле килтерелде. Улар барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика клиник онкология диспансерына үҙебеҙҙең илдә етештерелгән биш күп функциялы универсаль операция өҫтәле килтерелде. Улар барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған.
Был яңы ҡорамалдар сирлеләрҙе хирургия юлы менән дауалауҙа ышаныслы ярҙамсы буласаҡ. Төп үҙенсәлеге – модулле ятыу урыны, ул кеше кәүҙәһенең анатомияһына яраштырып эшләнгән, шуға күрә операция яһағанда еңеллек тыуҙырасаҡ. Ғөмүмән, конструкция пациент өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ул эш шарттарын яҡшыртасаҡ, тип аңлаттылар Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: