+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Июль 2020, 11:40

Өс көн эсендә диспансер күҙәтеүенә ҡуйыласаҡтар

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты онкосирлеләрҙе айырым иғтибар аҫтында тотасаҡ.#национальныепроекты #нацпроекты

Яман шеш менән сирле пациент өс көн эсендә диспансер күҙәтеүе аҫтына алынып, ғүмер буйына онколог ҡарамағында буласаҡ, тип белдерҙеләр РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Медицина ярҙамының был төрө дәүләт гарантиялары программаһына индерелә һәм ОМС иҫәбенә түләнәсәк. Яңы бойороҡ табип-онкологтың да эш тәртибен билдәләй: ул пациенттарҙың иҫәбен алып бара, һәр береһе менән эшләү өсөн индивидуаль план төҙөй, илдең билдәле онкологтары менән кәңәш итә ала. Был сирҙең аҙыуын контролдә тоторға һәм ваҡытында ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, пациентҡа онкологтан тыш, психолог ярҙамын йәлеп итеү мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, сирле дауаханаға үҙ аллы килә алмаһа, табип диспансер күҙәтеүҙе уның өйөнә барып үткәрә ала.
Читайте нас: