+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Июль 2020, 11:50

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш тә әүҙемләшә

Һуңғы биш йылда республикала ҡан әйләнеше системаһы һәм миокард инфаркты сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү мөмкин булды.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Быға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу, дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеүҙе камиллаштырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре медицина проблемаһы ғына түгел, ә ҙур социаль мәсьәлә лә. Был сирҙәргә өлкән быуын ғына түгел, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр ҙә дусар.
Республикала һәр өсөнсө өлкән кеше йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән яфалана, 2019 йыл аҙағында был патологияға дусар ауырыуҙар 1 184 413 кеше тәшкил итте. Шуларҙың 44 процентында – гипертония, 25 процентында – цереброваскуляр сирҙәр, 18 процентында – йөрәк ишемияһы.
Читайте нас: