— тип белдерҙе дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. «Аңлайым, эҫе, битлектә йөрөгө килмәй, вирустан дауаланып сығыусылар һаны артыуы ла өмөт уята, шулай ҙа һаҡлыҡ саралары кәрәк һәм ҡурсалау режимы дауам итә әле, — тине ул. — Социаль дистанция һаҡлағыҙ, битлектәрҙе сисергә ашыҡмағыҙ».