Башҡортостандың һигеҙ дауаханаһында өр-яңы компьютер томографтары эшләй башлаясаҡ.
Улар федераль ҡаҙна иҫәбенә алынған, яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Был ғәмәлдәрҙең барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
“Canon” фирмаһының 80 киҫелешле компьютер томографы әлеге ваҡытта Күмертау ҡала дауаханаһына ҡайтарылған. Уның хаҡы – 50 миллион һум самаһы.
– Аппарат тиҙ һәм юғары аныҡлыҡтағы күләмле һүрәт алырға, патологик процестың локалләшеүен аныҡ билдәләргә ярҙам итә, - тиҙәр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Яңы аппарат терапия корпусы нигеҙендә ойошторолған инфекция госпиталендә коронавирус инфекцияһынан дауаланғандар өсөн ҡуйылған. Уның менән шулай уҡ амбулатор пациенттар, Күмертау медицина округына ингән кешеләр файҙалана аласаҡ.
Компьютер томографтары шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалалары, Бөрө, Ишембай район дауаханаларына ҡайтарылды.