+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Июль 2020, 17:01

Р. Хәбиров баш табиптар менән осрашты

«Торатау» конгресс–холлда үткән осрашыуҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары баш табиптары, медицина фәндәре уҡытыусылары, профессорҙары, тармаҡ ветерандары, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге ҡатнашты.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

«Торатау» конгресс–холлда үткән осрашыуҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары баш табиптары, медицина фәндәре уҡытыусылары, профессорҙары, тармаҡ ветерандары, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге ҡатнашты.
Ул, табиптарға коронавирусҡа ҡаршы көрәштәге хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. «Хәл һаманда ҡатмарлы булып ҡала. Ауырыусылар һаны күп, ул арта. Битлек режимы һаҡланасаҡ. Бөгөн беҙгә төбәктә халыҡ һаулығын һаҡлау буйынса киләсәктә эшләргә кәрәкле саралар тураһында бергәләп һөйләшер кәрәк», – тине Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа һүҙ республикала «Һаулыҡ» һаҡлау милли проектын тормошҡа ашырыу барышы, дауалау учреждениеларының төп үҫеш йүнәлеше буйынса, балалыҡты һаҡлау, юғары технологиялы медицина ярҙамы, оператив дауаланыуға мохтаждарға планлы ярҙам күрһәтеү тураһында барҙы.
Читайте нас: