Былар барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Республикала булған 1310 белем биреү ойошмаһында 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклемге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 153 стоматология кабинете эшләй, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Юғарыға ос” мәғариф проекты сиктәрендә республикала тағы 61 мәктәптә стоматология кабинеты эшләй башланы. Райондың 1-се һанлы Асҡар имәктәбендә лә стоматология кабинеты март айында асылды.
Проекттың “Сәләмәт йылмайыу” модуле һөҙөмтәһендә республиканың һәр муниципаль берәмегендә балаларға стоматология ярҙамының географик уңайлылығы принциптары тормошҡа ашырылған.