+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Июль 2020, 10:30

Өфөлә гематология һәм балалар онкологияһы үҙәге буласаҡ

Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында гематология һәм балалар онкологияһы үҙәге төҙөмәкселәр. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында гематология һәм балалар онкологияһы үҙәге төҙөмәкселәр.
Бындай медицина учреждениеһына мохтажлыҡ Башҡортостанда күптән бар, ата-әсәләр ауырыған балалары менән Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа барырға мәжбүр. Әле бөтәһе 800-ләгән бала күҙәтеү аҫтында, Ә Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематология бүлеге 45 урынға ғына иҫәпләнгән.
Төҙөләсәк үҙәкте "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына индерәсәктәр.
Был федераль ҡаҙнанан да финанслау мөмкинлеген бирә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың "Торатау" конгрес-холында республиканың медицина вәкилдәре менән осрашыуында ошо турала билдәле булды.
Читайте нас: