+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
31 Июль 2020, 10:15

Дауаханалар заманса ҡорамалдар менән тулыландырыла

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙ дауаханалары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр башҡарыла.национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙ дауаханалары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр башҡарыла.
Зубов ҡасабаһындағы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәгенә 100 берәмек үпкәне елләтеү аппараты килтерелде. Был ҡорамалдарҙың тәүге партияһы ғына, яҡын арала тағы ла 200 аппарат алынасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, бындай мөһим ҡорамалдарҙы алыуға 558 600,0 мең һум күләмендә аҡса тотоноласаҡ һәм улар республиканың төрлө медицина ойошмаларына оҙатыласаҡ.
Быға тиклем республикаға ошондай 43 аппарат алынғайны. Улар Өфөләге 8-се, Дим районы дауаханаларына, республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына, Белорет, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары дауаханаларына оҙатылды.
Асҡар район дауаханаһы иһә кислород концентраттары менән тулыланды. Пневмония менән сирле пациенттарҙың тын алышын еңеләйтергә булышлыҡ иткән был ҡорамалдарҙы райондың мәрхәмәтлек фонды иҫәбенә һәм эшҡыуарҙар Линара Заһитова менән Илфат Төлкөбаевтың аҡсалата ярҙамы менән алынды.
Читайте нас: