-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
31 Июль 2020, 11:00

В. Путин коронавирусҡа ҡаршы вакцинаға булған талаптарҙы атаны

Коронавирусҡа ҡаршы вакцина һөҙөмтәле, хәүефһеҙ, препаратҡа ышаныслы булырға тейеш.#ВладимирПутин

Коронавирусҡа ҡаршы вакцина һөҙөмтәле, хәүефһеҙ, препарат ышаныслы булырға тейеш. Был турала Президент Владимир Путин санитар-эпидемиологик хәл буйынса кәңәшмәлә иғлан итте.
Вице-премьер Татьяна Голикова әлеге ваҡытта ике Рәсәй вакцинаһының киләсәге барлығын билдәләне. Уларҙың береһен Гамалея исемендәге Милли тикшеренеүҙәр үҙәге эшләгән. Сәнәғәт етештереүенә сығарыу сентябрь айында планлаштырыла.
Кәңәшмә барышында Владимир Путин илдә пандемия сәбәпле власть вәкилдәрен сикләүҙәрҙе бөтөрөү мәсьәләһендә ашыҡмаҫҡа саҡырҙы, сөнки был яңы ауырыу осраҡтарын арттырырға мөмкин.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости
Читайте нас: