Был турала республика Башлығы Радий Хабиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте. “Иммунологтар быйылғы миҙгелдә агрессив киҙеү күҙаллай. Шуға күрә Республика халҡының 60 процентына вакцинация эшләр кәрәк. Ә хәүеф төркөмөнә беҙҙә 75 процент кеше инә. Ҡышҡы осорҙа көсәйеүсе миҙгел ауырыуҙарына беҙ әҙер булырға тейеш. Вакцина бушлай буласаҡ”, - тине Р. Хабиров. Төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, халыҡты киҙеүҙән вакцинациялау сентябрҙә башлана.