+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Август 2020, 18:05

15 тренерға – 600-әр мең һум!

11 спорт төрө – спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика, уҡтан атыу, каратэ, спорт йүнәлешле һәм тай боксы – буйынса 15 тренер 600 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан11 спорт төрө – спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика, уҡтан атыу, каратэ, спорт йүнәлешле һәм тай боксы – буйынса 15 тренер 600 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

11 спорт төрө – спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика, уҡтан атыу, каратэ, спорт йүнәлешле һәм тай боксы – буйынса 15 тренер 600 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ.
Был тренерҙар Архангел, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Балтас һәм Өфө райондарында йәшәй.
“Аҡса ҡулға түгел, сертификат итеп бирелә. Уларҙы өй һатып алыуға йәки төҙөүгә тотонорға мөмкин. Беҙ – Рәсәйҙә ошо программаны тормошҡа ашыра башлаған берҙән-бер төбәк. Уның менән башҡа төбәктәр ҙә ҡыҙыҡһына башланы. Әлегә уны өс йылға планлаштырғанбыҙ, 250 тренерға аҡса бирергә иҫәп тотабыҙ. Белгестәр әйтеүенсә, шулай итеп, ауылдарҙағы тренерҙарға ҡытлыҡты бөтөрәсәкбеҙ һәм спорт комплекстарын нығытасаҡбыҙ”, – тип яҙған үҙенең сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Быға тиклем республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов “Ауыл тренеры” программаһын финанслау 60 миллион һумға барып баҫасаҡ, тип белдергәйне. Әйткәндәй, быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проектына ярашлы мөмкин булды.
Читайте нас: