Әлеге көндө дауаханала 43 сирле дауаланыу курсы үтә. Үҙәк дауахананың баш табибы Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, пневмония һәм короновирус менән сирлеләр һаны артыу сәбәпле, инфекция бүлексәһенән тыш, неврология һәм терапия бүлексәләре ошондай ауырыу менән килгәндәрҙе дауалау өсөн үҙгәртеп ҡоролған. Ауыр хәлдәгеләр Белорет дауаханаһына оҙатыла. «Хәл әлегә ҡатмарлы ҡала. Шуға күрә район халҡына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү мотлаҡ: битлектә йөрөргә, ҡулдарҙы антисептик менән эшкәртергә, мөмкин тиклем йышыраҡ һабынлап йыуырға кәрәк. Кеше күп булған урындарға, быға ихтыяж булмағанда, әлегә йөрөмәүегеҙ хәйерле. Профилактика рәүешендә вирусҡа ҡаршы препараттар эсеү файҙалы. Хәүеф төркөмөнә ҡараған йөрәк, үпкә ауырыуҙары менән хроник сирлеләргә, шәкәр диабеты менән ауырығандарға айырыуса һаҡланырға кәрәк, был категория кешеләрҙә коронавирус менән пневмония айырыуса ауыр үтә», — ти Илгиз Рәсүл улы.