«МИСиС» фәнни-тикшеренеү идаралығының композицион материалдар үҙәге белгестәре баш һөйәге дефекттарын төҙәтеү маҡсатында полимер-керамик имплант уйлап табыуҙары тураһында хәбәр итә. Йомортҡа ҡабығы нигеҙендә эшләнеп, биокерамик материал менән нығытылған имплант уның ныҡлы һәм тотороҡло булыуын тәьмин итә. Был күп һанлы лаборатор тикшеренеүҙәр менән раҫланған.
ПММА-диопсид тип исемләнгән композицион материал һөйәктәрҙе тергеҙеү, гормондар үҫешен тәьмин итеү өсөн яуаплы икән. Был яңы импланттар авария, бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә баш һөйәге сатнап, ауыр йәрәхәт алған пациенттарҙы дауалау өсөн ҡулланыласаҡ, тип күҙаллана.